Милли проекттар
24 Октябрь 2020, 11:00

"Кәрәкле доктор" программаһы кәрәк, тиҙәр

Ул белгестәргә ниндәй мөмкинлек асасаҡ? Парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар тағы ниндәй тәҡдимдәр менән сығыш яһаны?

Башҡортостанда йәш белгестәргә торлаҡ һатып алыу йәки ундағы шарттарҙы яҡшыртыу өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат бүлеүҙе ҡараған “Кәрәкле доктор” дәүләт программаһы булдырырға кәрәк. Ауылға йәшәргә ҡайтҡан белгестәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҡағылған парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Шулай уҡ медицина ойошмаларында остазлыҡ институтын тергеҙеү маҡсатында, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына “Һаулыҡ һаҡлау остазы” дәүләт программаһын булдырырға кәңәш ителде. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары фекеренсә, был ведомство Хөкүмәткә, тәүге звено хеҙмәткәрҙәре етешмәү сәбәпле, бер нисә участканы хеҙмәтләндергән медицина белгестәренең эш хаҡын күтәреү буйынса ла тәҡдим индерергә тейеш.
Бындай саралар Рәсәй Президентының май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индереп, үҫешкә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип белдерҙе парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас