Милли проекттар
25 Октябрь 2020, 11:00

Асҡын дауаханаһына – яңы аппараттар

Аппарат пациенттың хәле ауырлашҡанда, түбәнге тын юлдары зарарланғанда ашығыс рәүештә файҙаланыла.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Асҡын үҙәк район дауаханаһына үпкәне яһалма елләтеү өсөн заманса ике аппарат алынды. Конструкцияһының уңайлылығы, техник характеристикаһы, функциялары күплеге һәм ышаныслылығы яғынан был модель хаҡлы рәүештә юғары класлы респираторҙар рәтендә.
"Авента-М" аппараты генератор һәм заманса сенсорлы экран менән йыһазландырылған. Төрлө йәштәге пациенттарҙың үпкәһен яһалма елләтеү өсөн тәғәйенләнгән ул. Аппарат пациенттың хәле ауырлашҡанда, түбәнге тын юлдары зарарланғанда ашығыс рәүештә файҙаланыла. Ауырыу үҙаллы тын ала алмай башлаһа, йәки тын алыуы ҡыйынлаша икән, мотлаҡ уны ҡорамалға тоташтыралар. Аппарат автономлы рәүештә лә эшләй ала, сөнки уға аккумулятор ҡуйылған.
Быйыл республикала 657 үпкәне яһалма елләтеү аппараты алыуға дәүләт контракты төҙөлгән, 500-ҙән ашыуы медицина ойошмаларында файҙаланыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, медицина ойошмаларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, инновациялы технологиялар индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеге торошона дистанцияла мониторинг үткәреү һәм иртә диагностикалау системаһын ҡулланыу бурысы ҡуйылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас