Милли проекттар
25 Октябрь 2020, 10:30

Уҡбалыҡтар ҡайҙа уҡтала?

Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағысына биш меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙеләр.

Яңыраҡ Павловка һыуһаҡлағысына биш меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙеләр. Был сара һыуҙың биологик сығанаҡтары балансын һаҡлау маҡсатында ойошторола, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән.
Сарала ведомство вәкилдәре, шулай уҡ Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Тәбиғәттән файҙаланыу программаларын ғәмәлгә ашырыу бүлеге белгесе Екатерина Гребенщикова һүҙҙәренсә, өс грамға тиклем үҫтерелгән селбәрәләр Силәбе өлкәһенең “Аквакультура” балыҡсылыҡ йәмғиәтенең инкубация цехынан алынған. Уларҙы махсус һауыттарҙа уңышлы алып килеп, Ҡариҙел районы Павловка ауылындағы Павловка һыуһаҡлағысына төшөргәндәр.
Шулай уҡ быйыл алдараҡ, компенсация саралары нигеҙендә, Павловка менән Түбәнге Кама һыуһаҡлағыстарына бөтәһе 225 мең һаҙан һәм уҡбалыҡ селбәрәләре төшөрөлгән.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүәнлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас