Башҡортостан биләмәһендә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә, ағас ултыртыу саралары дауам итә. Мәғлүм булыуынса, 2024 йылға урманды ҡырҡыу һәм үҫтереү нисбәте 100 процентҡа тиң булырға тейеш.
Әбйәлилдең урман хужалығы эшселәре дәүләт бурысын үтәү менән әүҙем шөғөлләнә: 2021 йылда ағасты яһалма ултыртыу өсөн 105 гектар ер әҙерләнгән, 300 гектар майҙанда үҫештәге тайпылыштар буйынса тикшереү уҙғарылған, һөҙөмтәлә 167 гектарҙа санитар-һауыҡтырыу саралары үткәреү талап ителеүе асыҡланған.
Планға ярашлы, 2021 йылға урманды тәрбиәләү, санитар таҙартыу маҡсатында ҡырҡындылар әҙерләү бара.
"Ҡуртымсылар менән килешеү буйынса, урмансылар уларҙың участкаларына ағас ултыртты, – ти Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин. – Мәҫәлән, “Урал урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү нигеҙендә 27,4 гектарҙа яһалма ағас ултыртыу башҡарылды, “БЭСК инжиниринг” менән килешеүгә ярашлы, 24,91 гектарҙа һәм “Башнефть-Сығарыу” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү нигеҙендә 6,38 гектар майҙанда компенсациялы урман тергеҙеү эше алып барылды. Шулай итеп, көҙгө миҙгелдә 58,69 гектар майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултыртылды".
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.