Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығының “Минең эшҡыуарлыҡ” кәсепселеккә ярҙам итеү үҙәге үҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙам итә. Үҙәк “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса эшләй һәм эшҡыуарҙар 150-нән ашыу дәүләт ярҙамын алыу хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, үткән аҙнала, 19 – 25 октябрҙә, үҙәк “ҡыҙыу линия” каналдары һәм шәхсән форматта 118 кәсепсене ҡабул иткән. Мөрәжәғәттәрҙең 18-е – финанс, алтауһы – ер һәм мөлкәт, 94-е профиль хеҙмәттәр мәсьәләләре буйынса булған. Барлыҡ ғаризалар ҙа үҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан тиҙ генә эшкәртелгән.
Мәҫәлән, “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеүҙә ярҙам һорап килгән кешегә үҙ маҡсатын тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткән. Ул Иҫке Балтас ауылында ультратауыш тикшереү кабинеты һәм бөҙрәхана асыуҙы планлаштыра. 30 минут эсендә барлыҡ документтар ҙа ҡабул ителгән һәм һалым органына ебәрелгән. Үҙәк белгесе теркәлеү процедураһын ентекләп аңлатҡан, эшҡыуар киләсәктә файҙалана алырлыҡ дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләгән. Бынан тыш, буласаҡ кәсепсегә квалификациялы бухгалтер тап ул һайлаған тармаҡ буйынса һалым түләү буйынса кәңәштәр биргән. Шулай итеп, шәхси эшҡыуар булараҡ иҫәпкә ҡуйыу өсөн өс көн ваҡыт сарыф ителгән.
Үҙәк белгестәре тағы профилле хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ярҙам һорап килгән кешегә булышлыҡ иткән. Уға маркетинг, финанс планлаштырыуы кеүек һорауҙар буйынса кәңәштәр һәм бушлай йүнәлтмә бирелгән. Ә быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Фото: Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығы.