Милли проекттар
28 Октябрь 2020, 12:45

Кескәйҙәр өсөн

Ясле төркөмдәре асылыуға айырыуса ата-әсәләр шат.

Владимир Путиндың май указдарындағы "Демография" милли проекты сиктәрендә Нуриман районындағы балалар баҡсаларында ясле төркөмдәре ойошторола.
Ошо көндәрҙә Иҫке Күл ауылындағы балалар баҡсаһында яңы төркөм асылған, был уңайҙан тантаналы сара үткән.
Нуриман районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, кескәйҙәр өсөн ясле төркөмдәрендә бөтә шарттар ҙа булдырылған: яңы йыһаздар ҙа, йыуыныу бүлмәләре лә уларҙың йәшенә яраҡлаштырылған, махсус уйынсыҡтар алынған.
Яңы төркөмдө асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар: Нуриман районы хакимиәте башлығы Айрат Нөсрәтуллин, райондың мәғариф идаралығы начальнигы Гөлнара Мырҙаҡаева һәм башҡалар ҡатнашҡан.
Иҫке Күл балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре уларға һәм ата-әсәләргә концерт тамашаһы әҙерләгән: йырлаған, бейегән, шиғыр һөйләгән.
Ата-әсәләр был ваҡиғаға бик шат.
"Беҙ быны оҙаҡ көттөк. Балаларыбыҙҙы ясле төркөмдәренә ҡабул иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт", - тиҙәр улар.
Махсус төркөмдә 1,5 йәштән алып 3 йәшкә тиклемге балалар йөрөйсәк.
Ясле төркөмө Нуриман районының башҡа ауылдарында ла үҙ эшен башлаясаҡ.
Фото: srk.nationalprioritety.ru
Читайте нас