Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Илеш районының Исәмәт ауылы урта мәктәбендә спорт майҙансығы һәм хоккей коробкаһы төҙөлгән.
Спорт майҙансығы футбол ҡапҡалары менән турник комплексы булған уйын зонаһын үҙ эсенә алған. Исәмәт ауылындағы балалар баҡсаһында ла балалар уйын майҙансығы төҙөкләндерелгән. Унда бәләкәстәр өсөн бәүелсәк, һүрәт төшөрөү өсөн таҡта, бәләкәй өй һәм пружинала тағы бер бәүелсәк һәм башҡалар ҡуйылған. Проекттың дөйөм суммаһы 1 миллион 360 мең һум (шул иҫәптән республика бюджетынан – 1 миллион һум, урындағы бюджеттан 160 мең һум бүленгән, халыҡтан һәм бағыусыларҙан 100-әр мең һум йыйылған).
– Исәмәт ауылында йәшәүселәрҙең башланғысы һөҙөмтәһендә хәҙер балалар ҙа, өлкәндәр ҙә спорт менән шөғөлләнеү, хоккей, футбол уйнау өсөн урын бар. Был ауылда йәшәүселәргә ошондай әүҙемлеге өсөн рәхмәт. Ошондай уҡ спорт майҙансығы яҡын арала Рсай ауылында ла асыласаҡ, – тип белдерҙе Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.
Райондарҙа бына ошондай матур спорт майҙансыҡтары ҡуйыла. Тимәк, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттары ла тормошҡа ашырыла.
Фото: Илеш районы хакимиәте.