Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь 2020, 22:30

Милли проекттарҙың үтәлеше тикшерелде

Бөгөн республика Хөкүмәтендә проект комитетының киңәйтелгән ултырышы булды.

Бөгөн республика Хөкүмәтендә проект комитетының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары, 2020 йыл аҙағына тиклем ҡуйылған өҫтөнлөклө бурыстар тикшерелде.
Ултырышта төбәк проекттары кураторҙары һәм етәкселәре, шулай уҡ федераль һәм төбәк кимәлендәге дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты. Сараны республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.
Премьер-министр билдәләүенсә, 22 октябргә милли проекттарҙың үтәлеш кимәле, дөйөм алғанда, 65 процент самаһы тәшкил итә. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, был күрһәткес 16 процентҡа юғарыраҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары, йыл аҙағына тиклемге мөһим бурыстар тураһында һөйләне. Милли проекттарҙы бойомға ашырыу йәһәтенән Башҡортостандың күрһәткестәре Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙән байтаҡҡа юғарыраҡ.
Төҙөлөш графигынан артта ҡалған объекттар буйынса әүҙем эш алып барыла, күсмә кәңәшмәләр үткәрелә. Милли проекттар нигеҙендә 63 объект төҙөлә һәм реконструкциялана. Быйыл шуларҙың 49-ын сафҡа индереү күҙаллана.
Андрей Назаров федераль аҡсаны үҙләштереү буйынса раҫланған юл карталарын, дәүләт һәм муниципаль контракттарҙы үтәү, финанс килешеүҙәрен төҙөүҙе тәьмин итеү зарурлығын билдәләне.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: