Һарытау ҡалаһында “Экология форсайты” Икенсе Бөтә Рәсәй фәнни-ижтимағи форумына йомғаҡ яһалды. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектына ярашлы, Федераль экология операторы ярҙамы менән үткәрелде. Сарала Рәсәйҙең 21 ҡалаһынан вәкилдәр ҡатнашты. Шул иҫәптән беҙҙең республика делегацияһы ла онлайн алымда форум ҡатнашыусыһы булды.
Сара барышында “Хәүефле сәнәғәт объекттарының экологик мониторингы: заман ҡаҙаныштары, перспективалар һәм халыҡтың экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү” фәнни-ғәмәли конференцияһы, йәш ғалимдар араһында ошо йүнәлештәге конкурстар, “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙәр үтте.
“Федераль экология операторы” предприятиеһының экология проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса урынбаҫары Максим Корольков форумды ойоштороусыларға – Ю.А. Гагарин исемендәге Һарытау дәүләт техник университеты уҡытыусыларына рәхмәт белдерҙе һәм “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу эшенә йәштәрҙең ҡушылыуы маҡтауға лайыҡ, тип билдәләне.
“Форумда тирә-яҡ мөхит торошона битараф булмаған, донъяны тағы ла матурыраҡ, сафыраҡ итеү өсөн үҙ маҡсаттары, уй-теләктәре менән бүлешергә теләгән талантлы ғалимдар, йәштәр ҡатнашты. Социаль экологик реклама конкурсына үҙ эштәрен 7 йәштән 30 йәшкәсә ҡатнашыусыларҙың ебәреүе көтөлмәгән һәм ҡыуаныслы хәл булды. Йәш быуындың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бурыстарын дөрөҫ аңлап ҡабул итеүе – бик мөһим”, - тине Максим Корольков.
Форум барышында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған, социаль реклама эшләүгә бағышланған конкурстарға йомғаҡ яһалып, төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде.
Фото: Ю.А. Гагарин исемендәге Һарытау дәүләт техник университеты.