Милли проекттар
29 Октябрь 2020, 11:00

Затонда яңы поликлиника төҙөлә

Объект 2022 йылдың сентябренә тапшырыласаҡ тип күҙаллана.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, баш ҡаланың Затон биҫтәһендә 9-сы ҡала дауаханаһы өсөн поликлиника төҙөлә башланы.
Поликлиника сменаһына 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бина өс төп функциональ блоктарҙан тора: ололар поликлиникаһы (сменаһына 400 кешегә иҫәпләнгән), балалар поликлиникаһы (350) һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы (150). Һәр блок өсөн айырым инеү урыны ҡаралған. Объект 2022 йылдың сентябренә тапшырыласаҡ тип күҙаллана.
Бинаның төп өлөшө биш һәм ете ҡатлы ике контраст блоктарҙан тора. Уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә балалар поликлиникаһына инә торған урын, ә төньяҡ-көнбайыш яғында быялаларҙан эшләнгән ололар поликлиникаһына инеү зонаһы буласаҡ.
Бинаның үҙәк өлөшөндә рентгенодиагностик аппарат, маммография, КТ, рентгенфлюорография медицина процедуралары кабинеттары урынлашасаҡ. Бүлексәлә, шулай уҡ, ординатор кабинеты, урта персонал, инженерҙар өсөн бүлмәләр, келәттәр, санузел һ.б. хәстәрләнгән.
Яңы медицина учреждениеһында ололар һәм балалар поликлиникалары өсөн икешәр лифт та буласаҡ.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас