Милли проекттар
31 Октябрь 2020, 12:30

Мал салыу пункттары төҙөлә

Тиҫтәләгән хужалыҡты берләштергән “Аҙналы” кооперативы ҙур эште бойомға ашырҙы.

Белорет районының Аҙналы ауылында “Аҙналы” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының мал салыу пункты эшләй башланы. Шәхси хужалыҡтарҙа итте һатыуға сығарыу өсөн мал һуйыуҙы тыйыуға бәйле бындай урындың асылыуы әһәмиәтле ваҡиға әйләнде.
“Аҙналы” кооперативы биш крәҫтиән (фермер) хужалығын берләштерә. Яңыраҡ уларға тағы ла бер крәҫтиән (фермер) хужалығы, биш шәхси хужалыҡ һәм бер шәхси эшҡыуар ҡушылды. Кооперативтың бөтә ағзалары ла модулле пунктты төҙөүгә аҡса индерҙе, шулай уҡ “Аҙналы” хужалығының килемде ҡеүәтләгән республика проекты буйынса алынған өс миллион һум күләмендәге субсидия ла файҙаланылған.
Мал салыу пункты автоматлаштырылған һәм ветеринар-санитар талаптарға яуап бирә. Унда тейешле биналар ҡаралған, һыуытыу камералары бар. Яңы объектта өс кеше эшләй, мал салыу, эшкәртеү, салғандан һуң итте һыуытыу, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү хеҙмәттәрен күрһәтеү ҡаралған. Ошонда уҡ ветеринар экспертиза үткәрелә һәм иткә келәймә һуғыла. Мал тейешенсә һуйылғандан һуң ғына ит маркировкалана һәм һатыуға рөхсәт бирелә.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта мал салыу цехы эше менән танышты. Аралашыу барышында булған мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Осрашыуҙан һуң ул райондың ветеринария станцияһы начальнигына һәм агросәнәғәт комплексын үҫтереү бүлеге начальнигына ветеринар табип табыуҙа ярҙам итергә ҡушты.
Мал салыу пункттарын үҫтереү киләсәктә районда ит ризыҡтарының, шулай уҡ балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын арттырыуға һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ыңғай йоғонто яһай.


Ошондай объекттарҙы сафҡа индереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: социаль селтәрҙән
Читайте нас