Милли проекттар
2 Ноябрь 2020, 14:15

Серле химия донъяһы ылыҡтыра

Ошо көндәрҙә онлайн тәртибендә VII “Химия һәм Төҫ” төбәк-ара химия турнирының төбәк этабы үтте.

Ошо көндәрҙә онлайн тәртибендә VII “Химия һәм Төҫ” төбәк-ара химия турнирының төбәк этабы үтте. Унда республиканың төрлө район, ҡалаларынан 12 команда, шул иҫәптән Ишембай ҡалаһынан ике команда – 1-се гимназиянан “Юрматы” һәм 16-сы урта мәктәптән “БашХим” ҡатнашты. Турнир һөҙөмтәһе буйынса 1-се гимназия уҡыусылары өсөнсө дәрәжә призер тип танылды.
Уҡыусыларға иң элек һигеҙ мәсьәләне сисеү һәм үҙҙәре менән таныштырыу бурысы йөкмәтелде. Һәр мәсьәләнең сиселеше ҙур булмаған проектты тәшкил итә. Уны командалар конкурс барышында яҡларға тейеш. Бәләкәй конференция рәүешендә ойошторолған проектты яҡлау сараһында командалар сиратлап докладсы, оппонент һәм рецензиялаусы ролен башҡарҙы.
Турнир ике этапта уҙғарылды. Уларҙың һәр береһендә балалар билдәле бер күләмдә мәрәй йыйҙы.
Мәғлүм булыуынса, республикала уҙғарылған бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашыруға булышлыҡ итә.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас