Бөгөн, 3 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Мегастрой” гипермаркеттары селтәрендә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамы менән эшкәртеүгә икенсел сеймал ҡабул итеү буйынса срокһыҙ экологик акция башлана.
Министрлыҡ вәкилдәре белдереүенсә, Стәрлетамаҡ кешеләре эшкәртеү өсөн гәзит, китап, журналдар, ҡағыҙ һәм картон ғына түгел, ә пластик посуда, стакандар, флакондар, көнкүреш химияһының пластик һауыттары, пластик контейнерҙар, шешәләр, крышкалар, ПЭТ-контейнерҙар, полиэтилен һәм башҡа бик күп нимәне тапшыра ала. Икенсел сеймал Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 36-сы йорт адресы буйынса ҡабул ителә.
Акцияны ойоштороусылар аңлатыуынса, компанияның экологик сәйәсәте маҡсаты – гипермаркет эсендә ҡалдыҡтарҙы сортҡа бүлеү һәм атмосфераны бысратыусы ташландыҡтарҙы кәметеү юлы менән етештереү процестарының экологик хәүефһеҙлеген күтәреү. Әйткәндәй, бөгөн күп алдынғы сауҙа предприятиеларына эшкәртелә алған ҙур күләмдәге икенсел ресурстар менән эш итергә тура килә.
Гипермаркеттар селтәренең PR-менеджеры Рената Исмәғилева белдереүенсә, бөгөн компания социаль йүнәлештәге эшен киңәйтә һәм Стәрлетамаҡ кешеләрен тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә саҡыра. Был законһыҙ сүплектәр һанын кәметеүҙә лә булышлыҡ итергә тейеш.
Был акция тулы кимәлдә “Экология” милли проекты маҡсаттарына тура килә. Уның төп йүнәлештәренең береһе – кешеләрҙең экологик мәҙәниәтен арттырыу һәм тәбиғәт алдында яуаплылыҡҡа саҡырыу.
Әйткәндәй, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланғайны.