Милли проекттар
4 Ноябрь 2020, 13:30

"Дуҫлыҡ" паркын төҙөү дауам итә

Элекке урман һыҙатында урынлашҡан был парк иң йәше, тип әйтергә мөмкин.

Элек Йәрмәкәй ауылындағы был урында урман һыҙаты булған. 2018 йылда күпселек халыҡтың үтенесе менән саңғы-роллер юлы һалырға хәл ителгән. "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы ниәтте тормошҡа ашырырға ярҙам иткән. Йәмәғәт биләмәһен артабан төҙөкләндереү эштәре иһә дәүләт Президенты В.В. Путиндың "май" Указына ярашлы башланып киткән милли проекттарҙың береһе – "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектына ярашлы дауам ителгән.
Паркты йәмләндереү өс этапҡа бүлеп башҡарыла. 2019 йылда балалар өсөн уйын майҙансығы, ҡойма яңыртылған, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, асфальт-бетон һуҡмаҡтар, туҡталҡа менән парктың үҙәк ҡапҡаһына килеү юлдары эшләнгән. Был эштәргә дүрт миллион һумдан артыҡ аҡса тотонолған.
2020 йылда канауҙар буйындағы һөҙәк ерҙәр нығытылып, ағас күҙәтеү майҙансыҡтары, һуҡмаҡтар эшләнгән. Паркка айырыуса йәм өҫтәп торор биш метрлыҡ фонтан ҡуйылып, уның тирә-яғы, шашлыҡ бешереү зонаһы йыһазландырылған, канал аша өс күпер төҙөлгән. Был бурыстарҙы йырып сығыр өсөн 10 миллион һум аҡса киткән. Бөгөнгә икенсе этапҡа планлаштырылған эштәр тамамланыуға бара.
Ҡалған эштәр киләһе йылда ла дауам итәсәк. Был этапта балаларға тәғәйенләнгән, шулай уҡ спорт майҙансыҡтары, йәйге сәхнә ҡуйыу күҙаллана. Йәшелләндереү барышында тау пейзажын хәтерләткән композиция (йәғни русса – альпийская горка) ҡороп ҡуйыу, йәш ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу ҡаралған. Был эштәр паркты тағы ла күркәмләндерергә, был йәмәғәт биләмәһен район үҙәге мөхите менән уртаҡ бер биҙәү стиленә килтерергә ярҙам итәсәк.
Эштәр тамамланғас, яңы матур парктың йәрмәкәйҙәрҙе лә, район ҡунаҡтарын да үҙенә йәлеп итеп торған ял урынына әйләнере шикһеҙ.
Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.
Читайте нас