Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса тормошҡа ашырыла башлаған "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы, "Балалар - балаларға" халыҡ-ара классик музыка фестивале үтә.
Унда Учалы районынан Искәндәр Ҡәҙерғолов та ҡатнаша. Йәш саксофонсы 1-се балалар музыка мәктәбендә Фәрит Ҡунаҡҡужиндың класында уҡый.
Сарала сығыш яһар алдынан Искәндәр менән халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты, Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка колледжындағы тынлы һәм һуҡма ҡоралдар оркестры етәксеһе Леонид Друтин шөғөлләнә, тап ул Искәндәр Ҡәҙерғолов башҡарыуындағы "Романс" (Д. Шостакович) һәм "Хлопай в такт" (Дж. Гершвин) көйҙәре яҙылған видеояҙманы В. Спиваков исемендәге фондтың сайтына ҡуйырға кәңәш итә.
"Балалар - балаларға" халыҡ-ара фестивале хәйриә концерттары менән тамамланасаҡ. Саралар онлайн тәртиптә үтә, унда балалар оҫталыҡ дәрестәрендә алған белемдәре менән тамашасыларҙы таныштырасаҡ.
17 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Республика симфоник оркестры ҡатнашлығында ҙур концерт үтәсәк, уның әлегә ниндәй форматта булыры билдәһеҙ.
Фото: srk.nationalpriority.ru