“Таҙа Өфө” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сараларына тормошҡа ашырылған “Төрлө төҫтәге өмәләр 2020” таҙалыҡ марафонына йомғаҡ яһаны.
“Төрлө төҫтәге өмәләр” марафоны барышында Өфө ҡалаһы райондарында ете сара ойошторолған, унда 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Дөйөм көс менән 22,6 гектар ер таҙартылған, 11 “КамАЗ” сүп-сар сығарылған.
“Төрлө төҫтәге өмәләр” баш ҡалала инде бишенсе йыл уҙғарыла. Сараны Граждандар йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек буйынса идаралыҡ һәм Ҡала йәшәйешен тәьмин итеү буйынса идаралыҡ булышлығында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында проектҡа йомғаҡ яһау буйынса тантаналы сара үтте. Унда республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров марафонда ҡатнашҡан кешеләргә баш ҡаланы таҙартыуҙағы әүҙемлектәре һәм ҡала халҡының экологик мәҙәниәтен күтәреүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Таҙалыҡ сараларының төп идеяһы – әүҙем өфөләрҙе таҙалыҡ һәм тәртип өсөн көрәштә туплау. Өмәләрҙең “төрлө төҫтә” исеме алыуы юҡҡа түгел бит. Йәйғорҙа ете төҫ, Өфө ҡалаһында ла ете район һәм таҙалыҡ көндәрендә уларҙың бөтәһе лә ҡатнаша. Төрлө төҫтәге өмәләр – ул биләмәне таҙартыу ғына түгел, ә экология йүнәлешендәге ҙур сара. Барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға әүҙемлектәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт, – тине “Таҙа Өфө” йәмғиәте директоры Елена Воробьева.
Марафон сиктәрендә райондар араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса Киров районы – “Иң үҙенсәлекле район”, Дим районы – “Иң һөҙөмтәле район”, Ленин районы “Иң әүҙем район” номинацияларында билдәләнде.
“Экология” милли проекты ярҙамында республикала тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашты популярлаштырыу, экологик белем һәм тәрбиәләү системаһын үҫтереү тормошҡа ашырыла, халыҡтың экологик мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ яуаплылығын үҫтереү уның төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Әйткәндәй, “Экология” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.