Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Ноябрь 2020, 11:00

Үҙ эшеңде асҡың килһә...

Әгәр ауыл ерендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләһәгеҙ, түбәндәге мәғлүмәттәр һеҙгә ярҙам итәсәк.

Ауыл ерендә, аграр секторҙа үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн дәүләт ярҙамы бар. Мәҫәлән, быйыл Рәсәйҙә “Агростартап” грантын илдә йәшәгән һәм ауыл хужалығында үҙ эшен башлаған 988 кеше алған. Уларҙың 68-е – Башҡортостандан.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһы һәм ауыл кооперацияһы үҫеше” федераль проектын тормошҡа ашыра. Ә уның өсөн быйыл илдә 3,867 миллиард һум аҡса бүленгән. Был федераль проект “Агростартап” гранттарын биреүҙе күҙ уңында тота. Ә уның буйынса ғаризаны яңы ойошторолған коллектив-фермер хужалығы йә Рәсәйҙең ауыл ерендә йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждан була ала.
Быйыл Башҡортостанда ауыл сәнәғәте комплексындағы 159 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Шулай итеп, аграр эшҡыуарҙар үҫеше өсөн граннтар суммаһы яҡынса 695 миллион һум тирәһе тәшкил иткән. “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһы үҫеше системаһын ойоштороу” төбәк проекты сиктәрендә ауыл ерендә эш башлаған 68 эшҡыуар “Агростартап” грантын алған. Был сумма 211,5 миллион һум тәшкил иткән. Бынан тыш, 17 ауыл хужалығы кооперативына субсидия бирелгән (19,9 миллион һум). Тағы 17 кеше “Яңы эш башлаған фермер” федераль грантына эйә булған (124,6 миллион һум). 26 фермер “Ғаилә фермаһы” тигән грантты яулаған (238,8 миллион һум). Һигеҙ ауыл хужалығы кооперативы үҙенең матди-техник базаһын нығытҡан (100 миллион һум).
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: