Милли проекттар
6 Ноябрь 2020, 15:00

Өлкән быуынды хәстәрләп

Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыу буйынса кәңәш бирҙе.

Башҡортостан Республикаһында ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормоҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарыла.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров һәм парламенттың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева “Берҙәм Рәсәй” онлайн-лекторийының “Өлкән быуын ауырыуҙары” темаһына дәрес үткәрҙе.
Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Булат Ғарифуллин өлкән йәштә ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең һәм һаулыҡты нығытыуҙың дөйөм принциптары тураһында һөйләне. Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева онлайн-лекторийҙа ҡатнашыусыларға йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыу йәһәтенән кәңәш бирҙе. Кешенең йәшәйешен көйләүсе эндокрин системаның нисек эшләүе тураһында Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының эндокринология бүлеге мөдире Полина Гусева сығыш яһаны.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас