Дүртөйлө ҡалаһында 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һалына. Объект 2021 йылдың башында сафҡа инәсәк. Учреждение Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Бөгөнгә балалар баҡсаһы биләмәһенә асфальт түшәлгән, ҡойма буйлатып газон яһалған. Бинаға инә торған ишектәр ҡуйылған, веранда монтажлана, беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа буяу-һылау эштәре дауам итә.
Дүртөйлө районы мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бина заман талаптарын һәм стандарттарын иҫәпкә алып төҙөлә. Проектҡа ярашлы, уңайлы һәм зауыҡлы итеп биҙәлгән 12 төркөм бүлмәһенән тыш, унда музыка, спорт залдары, логопед, педагог-психолог кабинеттары һәм ҙур изостудия ҡаралған.
Яңы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы 5-се тип йөрөтөләсәк, онлайн тауыш биреү юлы менән уға “Балалар иле” тигән исем дә һайланған. Документтарҙы туплағас, балалар исемлеген төҙөү башланасаҡ.
Дүртөйлөләр яңы учреждениеның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә һәм ул иң яҡшы балалар баҡсаларының береһе булыр тип өмөт итәләр.