Өфөнөң төньяғында, Баланово – Новоалександровка биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөп килә. Бында эштәр быйыл ғинуарҙа башланғайны. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Объекттың генераль подрядсыһы – “Сальвия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Проектҡа ярашлы, өс мең квадарт метр майҙанда алты, шул иҫәптән иң бәләкәй балалар өсөн төркөмдәр урынлашасаҡ. Балалар баҡсаһын йыл аҙағына тиклем тапшырмаҡсылар.
– Бөгөн объектта эштәр тиҙләтелде, төҙөүселәр хатта ял көндәрендә лә сыға. Төп төҙөлөш эштәре тамамланды, әле биналарҙы биҙәү, электр ҡорамалдары ҡуйыу, йыһаздар килтереү башҡарыла, шулай уҡ биләмәне төҙөкләндерәләр. Балалар баҡсаһы биләмәһе тигеҙләнәсәк, ә балалар майҙансыҡтарына резина япма түшәйәсәктәр, – тинеләр республиканың Мәғариф министрлығында.
Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем баш ҡаланың Дим районында ла ике балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөләсәк. Уларҙың береһе - “Сағыу” биҫтәһендә (180 урынға тәғәйенләнгән) икенсеһе, 260 урынлығы, “Дим-6” биҫтәһендә урынлашҡан.
“Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың капиталь төҙөлөшө идаралығы 20-нән ашыу балаларҙың мәктәпкәсә учреждениеһын төҙөй. Быйыл проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 3 миллиард һум аҡса бүленгән, уларҙың 1,9 миллиард һумы федераль бюджеттан һәм 1,8 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан.
Ошо уҡ милли проект ярҙамында төбәктә 3228 урынлыҡ 22 балалар баҡсаһы төҙөлдө. 2020 йылдың маҡсаты – 3890 урынлыҡ 24 учреждение. Уларҙың Чесноковка ауылында урынлашҡан 640 урынлыҡ мәктәп менән берләштерелгән 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән дә.
Фото: Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайты.