Башҡортостан
-5 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ноябрь 2020, 19:30
Беҙ – иң бейектә!
Октябрь рейтингында республиканың матбуғат саралары 120 балл йыйҙы.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, киң мәғлүмәт сараларында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектын яҡтыртыу буйынса Рәсәй төбәктәренең октябрь рейтингында Башҡортостан беренсе урынды яуланы. Республиканың матбуғат саралары 120 балл йыйҙы. Икенсе урында – Калуга, өсөнсөлә Ростов өлкәһе. Был турала Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар федераль үҙәге белдерҙе.
Ошо милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса ла Башҡортостан илдә алдынғы урында – Белгород, Удмуртия, Липецк, Свердловск төбәктәренән ҡала бишенсе баҫҡыста.
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2018 йылдан 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл да биш процентҡа күтәрә барыу өсөн шарттар тыуҙырыу зарур.
Башҡортостанда "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектында ҡатнашыусылар һаны 87-гә етте, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында. "Йыл аҙағына беҙ биш йыллыҡ планды 50 процентҡа үтәп, был милли проектҡа 100 предприятиены йәлеп итергә йыйынабыҙ", – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Был милли проектта йыллыҡ килеме 0,4 – 30 миллиард һум булған предприятиелар ҡатнаша ала. Уның өсөн
производительность.рф
. сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: sanatorii-bashkiriya.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?