Милли проекттар
11 Ноябрь 2020, 08:00

Яныш Ялкайн янында рәхәт

Яҙыусының бюсынан тыш, паркта яңы эскәмйәләр ҡуйылды, юлдарға таш плитәләр түшәлде, яҡтыртыу системаһы алмаштырылды.

Мишкә районындағы мари яҙыусыһы Яныш Ялкайн исемендәге парк танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Сурай ауылындағы ял урынында ремонт эштәре тамамланған. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарындағы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә башҡарылған.
Хәҙер паркта юлдарға плитәләр түшәлгән, матур эскәмйәләр урынлаштырылған, ғәҙәти булмаған сүп йәшниктәре ҡуйылған. Яңы яҡтыртыу системаһы булдырылғас, бында кискеһен дә рәхәтләнеп йөрөргә була.
Шулай ҙа парктағы иң гүзәл урын – ул Яныш Ялкайндың бюсы. Уның янында мәктәп уҡыусылары өсөн мари телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәреләсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас