Милли проекттар
12 Ноябрь 2020, 13:30

Төньяҡ-көнсығыш өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге

Ошо грант аҡсаһы уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яҡшыртыуға тотоноласаҡ.

“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, милли проекттарҙың һәммәһе лә илебеҙ Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, быйыл Дыуан күп профилле колледжы "Мәғариф" милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” проекты буйынса федераль конкурста ҡатнашып, грант отто.
– Ошо грант аҡсаһы уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яҡшыртыуға тотоноласаҡ, – тип һөйләй колледж директоры Талип Фазлаев. – Бөтә план-хыялдарҙы ла ҡыҙ һәм егеттәрҙең киләсәген уйлап төҙөйбөҙ. Беҙҙә ике меңдән ашыу студент белем эстәй. Педагогтар тәрән белемле белгестәр әҙерләү өсөн көсө менән дә, ваҡыты менән дә иҫәпләшмәй.
Ауыл хужалығы белгестәрен уҡытып сығарған Дыуан күп профилле колледжы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге һанала. Белем биреү учреждениеһының Ярославка ауылында (Дыуан районы), Үрге Ҡыйғы ауылында (Ҡыйғы районы), Малаяҙ ауылында (Салауат районы), Яңы Балаҡатай ауылында (Балаҡатай районы) һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылында (Мәсетле районы) филиалдары уңышлы эшләй.
Фото: Дыуан районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас