13 ноябрҙә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты республика эшҡыуарҙары өсөн “экспорт ликбезы” ойоштора. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. Видеоконференция тәртибендә уҙғарылған “экспорт ликбезы”нда ҡатнашыу өсөн йүнселдәргә теркәлергә кәрәк.
“Беҙҙә эшҡыуарҙарға 38 ярҙам сараһы ҡаралған. Уларға бушлай мәғлүмәт-консультация хеҙмәте күрһәтелә, аҡсалата субсидиялар бирелә. Аҡсалата ярҙамды йүнселдәр эш хаҡы түләүгә, бизнесты, етештереүҙе үҫтереүгә тотона ала”, – тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Мәғлүм булыуынса, республика экспортлаусылары логистикаға һәм халыҡ-ара сертификатлауға сығымдың 80 процентын ҡаплаған ике төрлө субсидиянан файҙалана ала. Дәүләт ярҙамының йәнә бер төрө – “Экспорт кешбегы”. Ул яңы төр тауарҙы һатыуҙың йәки яңы илгә тауар ташыу тураһындағы килешеү хаҡының 10 процентын тәшкил итә.
Әйткәндәй, “экспорт ликбезында” йүнселдәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала.
Фото: foreign.bashkortostan.ru