Милли проекттар
13 Ноябрь 2020, 14:00

Ринат кеүек үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ

Һөҙөмтәлә Йәрмәкәй эшҡыуары дәүләт ярҙамын алған: үҙ цехын асҡан.

Быйыл Рәсәйҙә “Агростартап” грантын илдә йәшәгән һәм ауыл хужалығында үҙ эшен башлаған 988 кеше алған. Уларҙың 68-е – Башҡортостандан. Бынан тыш, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһы һәм ауыл кооперацияһы үҫеше” федераль проектын тормошҡа ашыра. Ә уның өсөн быйыл илдә 3,867 миллиард һум аҡса бүленгән. Был федераль проект “Агростартап” гранттарын биреүҙе күҙ уңында тота. Ә уның буйынса ғаризаны яңы ойошторолған коллектив-фермер хужалығы йә Рәсәйҙең ауыл ерендә йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждан яҙа ала.
Йәрмәкәй районынан Ринат Миңләхмәтов та тап ошо программа ярҙамында үҙ цехын асҡан, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Фермер быға тиклем Йәрмәкәй районы хакимиәтенә ярҙам һорап барған һәм “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ярма цехы ойоштороуҙа ярҙам итеү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмас Ғәлимовтың белдереүенсә, эшҡыуар инвестиция проектын бер нисә этапта тормошҡа ашырасаҡ. Һөҙөмтәлә 16 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, инвестициялар күләме иһә 40 миллион һумдан ашасаҡ. Инвестиция проекты “Агростартап” гранттарын биреүҙә ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителгән һәм Йәрмәкәй фермеры еңеп сыҡҡан.
Грант аҡсаһын алғандан һуң, предприятиела сменаһына һигеҙ тонна ярманы сортировкалау һәм ҡаптарға һалыу буйынса ҡоролма һатып алынған. Әйткәндәй, сентябрҙә эшҡыуар ГОСТ талаптарына яуап биргән үҙ продукцияһын етештерә башлаған. Әле цехты ике кеше хеҙмәтләндерә. Әҙер продукция Йәрмәкәй районында һәм унан ситтә һатыла.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас