23 – 25 ноябрҙә Өфөлә инновациялы IT-эшләнмәләргә арналған йәштәр форумы уҙғарыла.
Студенттар, йәш ғалимдар, инноваторҙар онлайн тәртибендә тармаҡтың төп эксперттары менән осрашып, үҙҙәренең эштәре менән таныштырасаҡ, бушлай консультация аласаҡ. Форумда ҡатнашыусыларҙы көнүҙәк темалар буйынса белем биреү семинарҙары көтә.
“УМНИК” конкурсының төбәк этабы проекттарын яҡлау сараның төп ваҡиғаһы буласаҡ. Инновацияларға булышлыҡ итеү фондының был программаһы йәш ғалимдарҙың коммерция юҫығындағы фәнни-техник проекттарын үҫтереүгә йүнәлтелә. Конкурстың төбәк этабында еңгәндәр финалға сыға, иң яҡшы проект авторҙары 500 мең һум күләмендә грант аласаҡ.
Йәштәр онлайн-форумы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы технологиялар” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған IT-проекттар өсөн төбәк акселерация программаһының бер өлөшөн тәшкил итә.
Фото: it.bashkortostan.ru