Милли проекттар
15 Ноябрь 2020, 11:30

Яңы ҡорамалдың өҫтөнлөгө ниҙә?

Оҙаҡламай Учалы халҡы ла үҙҙәренең дауаханаһында компьютер томографияһы тикшереүе үтә аласаҡ.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына 38 миллион һумлыҡ яңы компьютер томографы алынған. 16 ноябрҙән алып 23 ноябргә тиклем медицина учреждениеһында рентгенологтар һәм рентген лаборанттары өсөн 80-тисрезовлы "Canon" фирмаһының "Aguilion Lightning" компьютер томографында эшләү өсөн уҡыуҙар ойошторола.
Был ҡорамал Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған. Томографтың хаҡы – 38 миллион 250 мең һум. Уның ярҙамында Учалы районы кешеләре быйыл декабрҙә үҙҙәрендә тейешле тикшереүҙәр үтә башлаясаҡ.
"Яңы томографтың ошоноң кеүек башҡа ҡорамалдар алдында өҫтөнлөктәре бар. Мәҫәлән, уның ярҙамында магистраль ғына түгел, ә периферия тамырҙарын да тикшереп була. Бында ҡуйылған яңы программа баш мейеһе тамырҙарындағы ойошҡан ҡан урынын таба аласаҡ", – ти баш табип Рөстәм Латипов.
Компьютер томографияһы төрлө сирҙәрҙе асыҡлау өсөн киң ҡулланыла. Был ысулдың юғары мәғлүмәтле булыуы, төшөрөлгән һүрәттең яҡшы сифатлылығы табиптарға хирургия, терапия патологияларын анығыраҡ билдәләү, сирҙең артабанғы ағымын күҙаллау, һөҙөмтәле дауалау йүнәлешен һайлау мөмкинлеге бирә.
Шуны хәтерҙә тоторға кәрәк: КТ тикшереүе үтеү өсөн нигеҙ булып биш көндән күберәк тән температураһының 38 градустан төшмәүе, ҡапыл тын етмәй башлау, һулыш алыуҙың ауырлашыуы, күкрәктә ауыртыу, һауа етмәү тойғоһо, сатурацияның 92-90 проценттан түбәнлеге тора. Уны эшләргәме-юҡмы икәнен дауалаусы табип хәл итергә тейеш.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты.
Читайте нас