Милли проекттар
16 Ноябрь 2020, 14:00

Иван Стахеев матурлыҡ үҙәген нисек асҡан?

Гарантия фонды Башҡортостан эшҡыуарҙарына 600 миллион һумдан ашыуға поручитель булған.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Төбәк гарантия фонды матурлыҡ индустрияһы өлкәһендә эшләгән Өфө эшҡыуарына банк кредиты буйынса поручитель булды. Гарантия менән отошло шарттарҙа алынған кредит аҡсаһы Иван Стахеевҡа яңы ҡорамалдар һатып алыу ғына түгел, тағы ла бер косметология үҙәге асырға мөмкинлек биргән.
Йыл башынан алып Гарантия фонды Башҡортостан эшҡыуарҙарына 600 миллион һумдан ашыуға поручитель булған. Һәр ғариза күп йәһәттән ентекле тикшерелә. Атап әйткәндә, Иван Стахеевтың компанияһы финанс тотороҡлолоғо, планға ярашлы үҫеше, клиенттарының күплеге һөҙөмтәһендә хуплау тапҡан. Предприятие үҙенең пландарын тормошҡа ашырып, кредитты үҙаллы түләр, тигән ышаныс белдергәндәр.
Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә бизнес кредит, заем, финанс ҡуртымы (лизинг) рәүешендә льготалы финанслауға, шулай уҡ гарантия ярҙамына эйә була ала. Был турала ентекле мәғлүмәтте “Минең бизнесым” үҙәгенән алырға була.
Фото: businessman.ru
Читайте нас