Волга буйы федераль округында “ФормART” стрит-арт фестиваленә һығымта яһалды. Финал ярыштары онлайн форматта үткәрелде.
Был сарала Башҡортостан III урынды яуланы. Республика исеменән йәш рәссам Мансур Зыяев сығыш яһаны. Уның “Доктор сити” тип аталған эше төбәктә иң яҡшыларҙың береһе тип табылған. Был граффити Нефтекама ҡалаһы урамын биҙәй. Рәссам ҡулында барлыҡ ҡаланы бала кеүек ҡурсыған. Мегаполисҡа эйелгән доктор күҙ алдына килгән сирле балаға хәүефләнеп һәм ҙур хәстәрлек менән ҡарай. Автор белдереүенсә, доктор – ул дөйөм образ, йәғни вирус менән көрәшкән барса медицина хеҙмәткәрҙәре.
Нефтекама ҡалаһының Карл Маркс урамындағы 29-сы йортта төшөрөлгән ижад емешен нефтекамалар йылы ҡабул иткән.
“ФормART” – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың патронаты аҫтында үткәрелгән сара. Быйылғы стрит-арт фестиваленең төп темаһы – коронавирус инфекцияһы менән көрәштә берҙәмлек, уға һәр кеше индергән өлөштөң ҡиммәте. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.