Милли проекттар
17 Ноябрь 2020, 14:00

Ҡаланың матурлығы – урамдарҙың төҙөклөгөндә

Урындағы халыҡ эштә әүҙем ҡатнаша.

Быйыл Дүртөйлөлә Беренсе Май, Ленин һәм Горшков урамдарын төҙөкләндереү буйынса планлаштырылған эш тамамланды. Дөйөм эш майҙаны 89 мең квадрат метр тәшкит итә һәм 14 күп фатирлы йорт, 3-сө гимназия, 3-сө, 8-се балалар баҡсалары һәм Йәштәр үҙәге биләмәләрен үҙ эсенә алды.
Йорт ихаталарына асфальт түшәлде, бордюрҙар, яҡтыртҡыстар, видеокамералар ҡуйылды, туҡталҡалар, контейнер майҙансыҡтары йыһазландырылды, йәшелләндереү эше башҡарылды. Киләһе йыл төҙөкләндереү дауам итәсәк, ихаталарҙа балалар һәм спорт майҙансыҡтары, бәләкәй архитектур һындар барлыҡҡа киләсәк.
Әйткәндәй, урындағы халыҡ ремонт барышын ентекле күҙәтә, ихаталарҙың дизайн-проекттарын төҙөүҙә туранан-тура ҡатнаша, майҙансыҡтарҙы нисек йыһазландырыуҙы үҙҙәре хәл итә.
Мәғлүм булыуынса, республикала был йүнәлештә ҙур эш башҡарылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ итә.
Фото: durtuli.bashkortostan.ru
Читайте нас