Милли проекттар
19 Ноябрь 2020, 12:00

Ауыл медицинаһы тергеҙелә

Шишмә районының Дмитриевка һәм Игнатовка ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асты.

Башҡортостанда ауыл медицинаһын тергеҙеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш атҡарыла. Был эштең һөҙөмтәһе булараҡ, төпкөл ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөшө йылдамланыуын күрәбеҙ. Иҫке биналар урынына яңы амбулаториялар асыла, улар заман талаптарына яуап бирә: ауыл халҡына сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бина эсенә һыу үткәрелгән, электр уты менән йылытыла торған модулдәр һалына.
Йыл дауамында иһә республика буйынса 74 модулле ФАП үҙ ишектәрен асһа, йыл аҙағына тиклем тағы 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Уларҙы бер нисә көн эсендә ҡороп ултыртасаҡтар. Төҙөлөш һәм йыһазландырыу өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүленгән.
Әлеге ауыл ерендәге учреждениелар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк программаһы сиктәрендә сафҡа индерелә.
Шишмә районының Дмитриевка ауылында ла яңы ФАП үҙ ишектәрен асты. Яңы бинаға айырыуса фельдшерҙар шатлана. Мәҫәлән, Филүзә Хажиәхмәт ҡыҙы Вәлиеваны ауыл халҡы хөрмәтләп, ҡәҙер итеп тора. “Беҙҙең фельдшер кәрәк саҡта тәүге ярҙамды ла күрһәтә, һүҙе менән дә дауалай”, - ти ауылдаштары уның тураһында.
35 йыл Филүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы иҫке ФАП-та эшләгән. Һуңғы йылдарҙа бинаның иҫкереүе ныҡ һиҙелгән. Бүлмәләр һыуыҡ, иҙән таҡтаһы серегән, стеналарға күк ултырған.
- Яңы бинаға аяҡ баҫыу менән ожмахҡа эләккән кеүек хис иттем үҙемде. Хаҡлы ялға сыҡһам да, эште ташламайым. Әйтерһең, яңы тормош башланым. Бала саҡтан фельдшер булырға хыялландым. Ошо хыялыма тоғро ҡалдым. Кешеләргә ярҙам итеп, уларҙың хәлен яҡшыртыу, йүнәлеүҙәрен күреү үҙе бәхет. Пациенттарҙы ғына түгел, ғөмүмән, кешеләрҙе яратырға кәрәк. Шул саҡта уңышҡа өлгәшәһең, - ти ауыл фельдшеры.
Ошондай уҡ яңы ФАП Игнатовка ауылында ла асылды. Бында утыҙ йылдан ашыу Роза Туҡтарова эшләй. Белгестең фекеренсә, бындай яңы эш урындары ауылдарға йәштәрҙе лә ылыҡтырыр көскә эйә.
- Бөгөн ауыл фельдшерына терапевт, педиатр, гинеколог һәм башҡа белгестәрҙе лә алмаштырырға тура килә. Ә уңайлы мөмкинлектәр, дәүләт яғынан ярҙам булғанда, йәш белгестәр ҙә ауылға ла ҡайтыр ине, - ти ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, йыл һайын республикала кәм тигәндә 100 ФАП төҙөргә кәрәк, сөнки оҙаҡ йылдар дауамында ауыл медицинаһына тейешле иғтибар булмаған. Хәҙер был өлкәгә лә беҙҙә ныҡлы иғтибар бирелә башланы.
Фото: Шишмә районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас