Милли проекттар
19 Ноябрь 2020, 07:30

Белорет юлында кафе асыласаҡ

Йүнселдәргә тәҡдимдәр әйтелде, кәңәштәр бирелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике инвестиция проекты ҡаралды.
Беренсе проект буйынса эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдарын яһаусы Белоретта өҫтәмә белем биреүҙең яңы йүнәлешен - "CODDY" халыҡ-ара программалау мәктәбе филиалын булдырырға ниәт итә. Кәңәшмәлә проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм субсидия алыу механизмы ҡаралды. Эшҡыуарға лицензия алыу буйынса кәңәштәр бирелде.
Икесе проект – Белорет - Сермән - Өфө юлында кафе төҙөү. Бар документтарҙы юллап бөткәс, инвестор объектты төҙөү эшенә тотонмаҡсы. Шәхси эшҡыуар шулай уҡ юл буйы сервисын үҫтереү буйынса республика программаһында ла ҡатнашырға күҙаллай. Был – бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһына индерелгән төп йүнәлештәрҙең береһе.
Инвесторға проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр әйтелде, кәңәштәр бирелде.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас