19 ноябрҙә Мәскәүҙә XIV “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин төбәк башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын 2020 йылда тормошҡа ашырыу һәм 2021 йылға бурыстар фекер алышыуҙың төп темаһы булды.
– Коронавирус сире таралыуға ҡарамаҫтан, юл өлкәһе былтырғы менән сағыштырғанда йылдамлығын кәметмәне, хатта планлаштырылғандан юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәште, – тине вице-премьер. – Бөгөн алты мең юл хужалығы объекты урынына ете мең объект норматив хәлгә килтерелгән.
Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, Башҡортостан быйыл төбәктәр араһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғылар иҫәбенә инде. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы эксперттары планлаштырылған эштең үтәлешен, бүленгән аҡсаның үҙләштерелеүен, проект командаһы эшен ойоштороуҙың һөҙөмтәлелеген, юл өлкәһендә иң яҡшы технологияларҙы файҙаланыуҙы, юл хәүефһеҙлеге менән бәйле хәлде, уны яҡшыртыу буйынса сараларҙы баһаланы.
– Иҡтисадыбыҙҙың “ҡан артерияһын” тәшкил иткән юлдар Башҡортостанда яҡшырғандан-яҡшыра бара. Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республиканың юл фондын финанслауҙы, юл һалыу һәм төҙөкләндереү күләмен арттырыуҙы планлаштырабыҙ. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тормошон ярайһы уҡ еңеләйтерлек бер нисә ҙур инфраструктура проектын тормошҡа ашырабыҙ, иң элек Өфө агломерацияһында.