Милли проекттар
22 Ноябрь 2020, 11:30

“Батарейканы тапшыр – терпене ҡотҡар!”

– Йәш быуынды ҡалдыҡтарҙың һәр төрө менән дөрөҫ эш итә белергә өйрәтергә кәрәк. Был эште үҙебеҙҙән башларға булдыҡ.

Өфө районының Жуков ауылындағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында “Батарейканы тапшыр – терпене ҡотҡар!” тип исемләнгән сираттағы экологик акция үткәрелде.
"Сүп-сар, бигерәк тә тормошта файҙаланырға тура килгән батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Үҫеп килгән быуынды көн һайын осраған ҡалдыҡтарҙың һәр төрө менән дөрөҫ эш итә белергә өйрәтергә кәрәк. Шуға үҙ көсөбөҙ менән тирә-яҡ мөхитте һаҡларға, иң мөһиме – был эште үҙебеҙҙән башларға булдыҡ", – тип белдергән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы етәксеһе Резеда Хөсәйенова.
Файҙаланылған батарейкаларҙы йыйыу балаларҙа экологик мәҙәниәт формалаштырыу, көндәлек тормошта ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү маҡсатында атҡарылған. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты бурыстарына тап килә.
2017-2018 йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау маҡсатындағы “Экобокс” социаль проектына ярашлы, Өфө ҡалаһындағы Балалар экология һәм биология үҙәге тарафынан “Батарейканы тапшыр – терпене ҡотҡар!” тигән акция үткәрелгәйне. Әлеге сара шул күркәм башланғыстың дауамы булып тора. Әйткәндәй, ташланған бер батарейка 20 квадрат метр майҙан ерҙе ауыр металдар менән зарарлай. Урман биләмәһендә был – бер терпе йәшәгән урын. Тимәк, бер батарейканы ташламайбыҙ икән, бер терпене ҡотҡарабыҙ тигән һүҙ. Ошо хаҡта онотмайыҡ, дуҫтар!
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас