“Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү, шул иҫәптән балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә заманса инфраструктура булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Башҡортостандағы өс дауаханаға өр-яңы реанимобилдәр алынды.
Шул иҫәптән Күмертау ҡалаһы дауаханаһы заманса йыһазландырылған Ford маркалы реанимация автомобиленә эйә булды. Ул халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яңы кимәлгә күтәреү йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр аса.
Кумертау ҡалаһы дауаханаһы Мәләүез ҡалаһы һәм районы, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Ейәнсура райондары халҡын хеҙмәтләндерә. Һүҙ ошо биләмәләрҙә йәшәгән 243 958 кеше, шул иҫәптән 53 036 бала тураһында бара.
Бында муниципаль-ара Перинаталь (2006), Онкология (2010), Травматология (2012 ), Сәләмәтлек (2009) үҙәктәре эшләп килә, шулай уҡ Ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яфаланғандарға махсуслаштырылған беренсел ярҙам күрһәтеү үҙәге лә бар (2013).
Яңы реанимобиль йортта, юлда бәхетһеҙ осраҡтар булған саҡта ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн ҡулайлаштырылған. Шулай уҡ автомобилдә яңы тыуған сабыйҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү, уларҙы алыҫ юлға йөрөтөү мөмкинлеге бар: махсус кювез уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә.
Ғөмүмән, реанимобиль кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, климат контроле, салонды елләтеү системаһы медицина бригадаларына тәүлек әйләнәһенә уңайлы шарттарҙа эшләү мөмкинлеге бирә.
Реанимация автомобилдәрен шулай уҡ Белорет, Дыуан райондары дауаханалары алған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru