Киләһе йыл баш ҡаланың “Кузнецов затоны” биҫтәһендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа инә. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына һәм Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы төҙөлә.
Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөүселәр әле свай ҡағыу менән мәшғүл. Артабан динамик һынауҙар уҙғарыу, нигеҙ һала башлау планлаштырыла, унан техник ҡат стеналарын күтәрәсәктәр.
Генераль подрядсы йыл аҙағына тиклем буласаҡ баҡсаның нигеҙен тулыһынса һалып бөтөргә ниәтләй. Төҙөлөш-монтаж эштәренең ҡалған этабы 2021 йылда тормошҡа ашырыласаҡ.
Әйткәндәй, милли проектҡа һәм Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы, 2020 йыл аҙағына тиклем “Мәғариф” йүнәлешендә 28 объект: мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм баҡса менән берләштерелгән өс мәктәп төҙөү планлаштырыла.
Билдәле булыуынса, "Демография" милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала: "Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙам", "Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ - өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары тыуҙырыу", "Өлкән быуын", "Йәмғиәт һаулығын нығытыу", "Спорт - йәшәү нормаһы".
Фото: building.bashkortostan.ru