Башҡортостан
+24 °С
Дождь
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Милли проекттар
24 Ноября 2020, 10:40
Эшҡыуарҙар иғтибарына!
Йүнселдәр өсөн микрозаймдар тураһында бушлай вебинар йәки онлайн семинар үткәрелә. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте.
Иртәгә, 25 ноябрҙә, 11.00 сәғәттә бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн финанс грамоталылығы буйынса “Эшҡыуарҙар өсөн микрокредит биреү” тип исемләнгән бушлай вебинар ойошторола. Башҡортостан микрокредиттар компанияһы хеҙмәткәрҙәре ғәмәлдәге микрокредит продукттары, эшҡыуарлыҡ микрозаймдарын алыу, бының өсөн электрон формала ғариза яҙыу, компанияның финанс хеҙмәттәренән файҙаланғандар менән һанлы форматта документтар әйләнеше, эшҡыуарлыҡ займдарын ҡарау һәм рәсмиләштереү процедуралары хаҡында мәғлүмәттәр бирәсәк. Өҫтәүенә үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптар ҙа аласаҡһығыҙ.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ярҙам итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Шулай итеп, был сара ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында эшләгәндәрҙең ташламалы финанслауға һәм уларға аҡсалата ярҙам алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
https://us02web.zoom.us/j/87071403387?pwd=dEttK2tmVDlEVU9WZkZNUStUZW1Udz09
һылтанмаһы буйынса вебинарҙа ҡатнашырға мөмкин. Конференцияның идентификаторы: 870 7140 3387. Код: 576953.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"