М-5 “Урал” трассаһында “Инза – Шишмә” тимер юлы аша һалынған үткәүелде ремонтлау ваҡытынан алда тамамланған. Был эште башҡарыусы “Приуралье” юл идаралығы үҙ бурысын дәүләт контракты менән билдәләнгән ваҡыттан бер йыл алда үтәүгә өлгәшкән.
Оҙонлоғо 176,25 погон метрға тиң яһалма ҡоролма Бүздәк районында урынлашҡан. Ул 2000 йылда төҙөлгән булған.
Ремонт барышында белгестәр үткәүелдең транспорт-эксплуатация характеристикаһын тергеҙеү буйынса эштәрҙе башҡарған, аныҡлап әйткәндә, ҡоролманың таяуҙары һәм яндауырҙары ремонтланған, конустарҙың монолит нығытмалары яңыртып эшләнгән, деформация арҡаһында барлыҡҡа килгән йөйҙәрҙе ямалған. Шулай уҡ үткәүел янындағы юлға ике ҡат асфальт-бетон япма түшәлгән, тотонғостар, барьерҙар рәткә килтерелгән, термопластиктан юл билдәләре һыҙылған. Белгестәр күпер аҫтындағы майҙансыҡты ремонтлауға ла ҙур иғтибар бүлгән.
Ғәмәлдәге норматив-техник документация талаптарына яуап биргән заманса материалдар һәм алымдар ҡулланыу һөҙөмтәһендә яһалма ҡоролманы хәүефһеҙ файҙаланыу срогы оҙаясаҡ, ти белгестәр. Ҡулланыусылар “яңыртылған үткәүел аша йөрөү күпкә уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк” тип, ремонт эшенә юғары баһа бирҙе.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.