Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк программаһына ярашлы, Балаҡатай районында конкурс уҙғарылды. “Балаҡатай районы сағыу төҫтәрҙә” тип аталған балалар художество ижады конкурсы райондың 90 йыллығына арналды.
Балаларҙың иң сағыу һәм күркәм эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды. Әйткәндәй, милли проект сиктәрендә һүрәттәр эленгән зал өр-яңы яҡтыртыу ҡулайламаһы менән йыһазландырылды, шуға күрә картиналар тағы ла сағыуыраҡ, замансараҡ төҫ алды.
“Мәҙәни мөхит” төбәк программаһына ярашлы алынған галерея системаһының хаҡы – 143810 һум. Ул һүрәттәрҙе экспонатлау өсөн иң ҡулай алымды тәшкил итә. Төп өҫтөнлөгө: һүрәттәрҙе стенала теләгән ергә күсереп була. Системаның яҡтыртҡыстары һүрәтте тотошлай, шулай уҡ уның айырым элементтарын яҡтыртыуға ҡулайлаштырыла ала.
Фото: culture.bashkortostan.ru