30 ноябрҙә Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында күп функциялы ауыл клубы асыласаҡ. Унда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт яһалған. Билдәле булыуынса, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланғайны. Ремонт һәм һатып алынған яңы ҡорамалдар арҡаһында клуб икенсе форматта – модернизациялы учреждение булараҡ эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр итәләр республиканың Мәҙәниәт министрлығынан.
Быйыл күп функциялы ауыл клубы республика бюджетынан капиталь ремонт үткәреү өсөн 19 миллион һум аҡса алған. Ҡорамалландырыу өсөн йәнә 3 миллион бүленгән. Был аҡса клубтың матди-техник базаһын нығытыу, сәхнә костюмдары, музыка һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, видеопроектор, оргтехника, уйын ҡоралдары алыу өсөн тотонолған. Шулай уҡ яңыртылған бинаға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә бер сикләүһеҙ инә аласаҡ.
Бөтәһе республикала 88 күп функциялы ауыл клубтары барлыҡҡа килгән, уларҙың өсәүһе – Ҡариҙел районында. 2021 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә Ҡариҙел күп функциялы ауыл клубында үҙәкләштерелгән моделле яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа киләсәк. Унда китап фонды яңыртыласаҡ, мультимедия ҡорамалдары алынасаҡ, уҡыусылар өсөн уңайлы мөхит булдырыласаҡ. Даими рәүештә төрлө йәштәге халыҡ өсөн дә ҡыҙыҡ булған мәҙәни-ағартыу, социаль әһәмиәтле һәм белем биреү саралары үткәрелеп торасаҡ.
Фото: Республиканың Мәҙәниәт министрлығы.