Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Быйыл сентябрь-ноябрь айҙарында республикалағы ауыл хужалығы предприятиелары сит ил баҙарҙарына 1,8 мең тонна картуф оҙатты. “Икенсе икмәк”тең иң ҙур күләме Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Төркмәнстанға ебәрелде. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә бер мең тоннанан ашыу картуф сығарылған. Краснодар крайында, Ханты-Манси автономиялы округында һәм күрше Татарстанда Башҡортостан картуфына ихтыяж айырыуса ҙур.
“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, тикшерелгән продукция хәүефһеҙ һәм Таможня союзының фитосанитария талаптарына яуап бирә, тип танылды.