Был юлы Әлшәй, Архангель, Балаҡатай, Белорет, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Кананикольский, Ҡариҙел, Күгәрсен, Маҡар, Нуриман, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тирлән, Туймазы, Өфө, Хәйбулла урмансылыҡтарында бөтәһе 138,2 мең кубометр ағас әҙерләү мөмкинлеген биргән 157 лот һатыуға ҡуйылған.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын ағас менән тәьмин итеүгә иғтибар артты. Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, һәм шәхси эшҡыуарлыҡ тәҡдимен хуплау” милли проектын ғәмәләгә ашырыуға булышлыҡ итә.