Милли проекттар
28 Ноябрь 2020, 12:00

Бөтәһе лә – бәләкәстәр өсөн

Балалар баҡсаһында өс йәшкә тиклемге 15 сабыйға иҫәпләнгән төркөм асылды.

Стәрлебаш ауылында урынлашҡан 1-се балалар баҡсаһында өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн яңы ясле төркөмө асылды. Унда 15 бала йөрөй аласаҡ.
Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 1990 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Унда туғыҙ төркөм бар, ясле төркөмө иһә бына саҡ асылып тора.
Бөтәһе балалар баҡсаһына 167 бала йөрөй. Әлеге ваҡытта сиратта 15 бала тора. Уларҙың 13-ө яңы төркөмгә киләсәк. Ҡалған ике бала йәше буйынса тура килмәй.
– Бөгөн беҙҙә ҡыуаныслы көн. Стәрлебаш ауылында яңы ясле төркөмө асабыҙ. Был “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды, – тине Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов. – Йылы, яҡты һәм уңайлы бүлмәләр беҙҙең бәләкәс тәрбиәләнеүселәр өсөн икенсе йортҡа әйләнер тип ышанам. Өс йәшкә тиклемге балаларҙы балалар баҡсаһында урын менән тәьмин итеү районда тыуымдың артыуына һәм демографик хәлде яҡшыртыуға килтерер тип уйлайым.
Яңы төркөмдө асыу Әсә көнө алдынан булғас, Рөстәм Камил улы әсә булыу бурысын хеҙмәт һәм йәмәғәт эше менән бергә алып барған әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырҙы.
Яңы төркөмдө асҡас, ҡунаҡтар уны ҡарап сыҡты. Төҙөүселәрҙең тырышҡаны күренеп тора. Бүлмәлә капиталь ремонт башҡарылған, ингән урындар яңыртылған, иҙән йылытылған, стеналар биҙәлгән. Ясле төркөмөнөң айырым инеү ишеге бар, бында коляска өсөн пандус һәм санузел ҡуйылған. Барыһы ла бәләкәстәр өсөн иҫәпләп эшләнгән: бәләкәй генә түбән раковиналар, таймай торған иҙән, ҙур булмаған ванна. Һәр ваҡыт йылы һыу булһын өсөн бойлер урынлаштырылған. Яңы йыһаздар, матур уйынсыҡтар алынған.
Балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Йәғәфәрова белдереүенсә, балалар яңы төркөмгә быйыл 1 декабрҙән йөрөй башлаясаҡ.
Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған. Ул тыуымды арттырыу һәм бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләүгә йүнәлтелгән.
Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.
Читайте нас