Милли проекттар
1 Декабрь 2020, 14:00

Эш ахырына яҡынлаша

Ошо арала Кушнаренко ауылындағы үҙәк майҙанды төҙөкләндереү тамамланырға тейеш.

Ошо арала Кушнаренко ауылындағы үҙәк майҙанды төҙөкләндереү тамамланырға тейеш. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Әле иҫке ҡулайламалар һүтелгән, электромонтаж эштәре башҡарыла, бордюр таштары һалынған, юлға брусчатка түшәлгән, бәләкәй архитектур һындар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылған, йәшел зоналар ойошторолған, амфитеатр һәм сәхнә төҙөлөшө тамамланып килә.
Реконструкция һөҙөмтәһендә үҙәк майҙан район халҡының һәм ҡунаҡтарҙың рәхәтләнеп ял иткән урынына әүереләсәк. Кешеләр бында ғаиләләре менән килеп, күңел асыу, балалары менән уйнау, дуҫтары менән аралашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Майҙанда шулай уҡ төрлө йәмәғәт саралары ла ойоштороласаҡ.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас