Башҡортостан мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй олимпиадаһына ҡушылды. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проектына ярашлы мөмкин булды.
Үҙенсәлекле ярышта ҡатнашыу бушлай, ул 30 ноябрҙә УЧИ.РУ платформаһында старт алды һәм 11 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, олимпиаданың тәүге көнөндә Башҡортостандың барлыҡ белем усаҡтарында видеодәрес алымында юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған класс сәғәттәре үткән. Дәрес ваҡытында уҡытыусылар балаларға хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен тағы бер тапҡыр иҫкә төшөргән, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған йәнһүрәт күрһәтелгән.
Тәүге видеодәресте Балалар йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса республика ресурс үҙәге етәксеһе Эльвира Шәймөхәмәтова менән Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығының өлкән инспекторы Алина Әхмәтшина үткәргән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығының пропаганда буйынса бүлеге инспекторы Ләйсән Исламғәлиева билдәләүенсә, балаларҙың юл-транспорт осраҡтарында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү һәм кәметеү буйынса эш даими алып барыла. “Бында сараларҙы беҙ уйын, квест, викториналар рәүешендә, йәғни балаларға ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға тырышабыҙ”, - тине ул.
“Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй олимпиадаһында әүҙем ҡатнашыу, уға ярашлы төрлө асыҡ дәрестәр, онлайн алымда саралар үткәреү ҙә ошо изге маҡсатта эшләнә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан