Милли проекттар
3 Декабрь 2020, 12:30

Өй һатып алырға йәки төҙөргә мөмкин

Әбйәлил районының бер төркөм уҡытыусылары, тренерҙары мәртәбәле бүләккә лайыҡ булды.

Кисә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов Әбйәлил районы тренерҙарына, уҡытыусыларына “Ауыл тренеры” программаһы буйынса сертификаттар һәм маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Кикбоксинг буйынса тренер, уҡытыусы Илшат Бараков, милли көрәш буйынса тренер, уҡытыусы Зөфәр Шөғөров, шайбалы хоккей буйынса тренер, уҡытыусы Динир Мырҙабаев сертификаттар менән бүләкләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ауыл тренеры” программаһына ярашлы, белгестәргә 600 мең һумлыҡ сертификат бирелә. “Аҡса ҡулға түгел, сертификат итеп бирелә. Уны өй һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин. Башҡортостан – Рәсәйҙә ошо программаны тормошҡа ашыра башлаған берҙән-бер төбәк. Уның менән башҡалар ҙа ҡыҙыҡһына башланы. Әлегә уны өс йылға планлаштырғанбыҙ, 250 тренерға аҡса бирергә иҫәп тотабыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, шулай итеп, ауылдарҙағы тренерҙарға ҡытлыҡты бөтөрәсәкбеҙ һәм спорт комплекстарын нығытасаҡбыҙ”, – тип белдергәйне августа республика Башлығы Радий Хәбиров.
Уға тиклем республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, “Ауыл тренеры” программаһын финанслау 60 миллион һумға барып баҫасаҡ, тип белдергәйне.
Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың "май” указдары башланғысында барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы мөмкин булды.
Асҡар балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Рәмил Фәтҡуллин – республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының маҡтау грамотаһын, шайбалы хоккей буйынса тренер, уҡытыусы Ишбулат Ҡужин, милли көрәш буйынса тренер, уҡытыусы Илгиз Әбделғәзин, шайбалы хоккей буйынса тренер, уҡытыусы Динир Мырҙабаев министр ҡулынан ведомствоның Рәхмәт хаттарын алды. Ә “Үҙеңде тап” клубы директоры Гөлкәй Ишбулатова #Беҙ бергә Дөйөм Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһын ойоштороуға индергән өлөш өсөн иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: “Осҡон” гәзите.
Читайте нас