Уҙған ял көндәрендә Өфөләге МЕГА сауҙа комплексында экологик йәшәү рәүешенә арналған интерактив күргәҙмә асылды. Проект тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә әүҙем сәйәсәт алып барған МЕГА һәм ИКЕА компаниялары башланғысы менән тормошҡа ашырылды.
Һөҙөмтәлә күргәҙмәне ойоштороусылар ял көндәрендә генә 25 килограмм туҡыма әйберҙәр, 350 килограмм кейем-һалым йыйып, тормошта ауыр хәлгә тарығандарға тапшырҙы. Икенсел сеймалды ҡабул итеү артабан да дауам итәсәк. Уның буйынса ентекле мәғлүмәтте МЕГА-ның сайтанда табырға була. Күргәҙмә 30 декабргә тиклем эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, МЕГА сауҙа үҙәге, Сик урамы, 174.
Мәғлүм булыуынса, әлеге сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә комплекслы система булдырыу” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ecology.bashkortostan.ru