Бөгөн “Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2020” Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы башланды. Ул 18 декабргә тиклем дауам итә.
Быйылғы сараны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй Йәштәр союзы һәм Һарытау дәүләт юридик академияһы ойоштора.
“Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2020” конкурсында илдең 42 төбәгенән 74 ҡыҙ һәм егет ҡатнашасаҡ. Республикабыҙ данын Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Алмас Ҡарағолов һәм Башҡорт дәүләт университеты студенты Аделина Әхмәтшина яҡлай.
Алмас Ҡарағоловҡа – 22 йәш, уның буйы – 187 сантиметр, Бөрйән районынан. Энергетика факультетында агроинженерия белгеслеге буйынса уҡый. Спорт менән шөғөлләнә, Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лидеры, блогер.
Аделина Әхмәтшинаға – 18 йәш. Буйы – 174 сантиметр, Салауат районында тыуған. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультетының I курс студенты. Ҡыҙ халыҡ һәм заманса хореография, психология, видеомонтаж, фотоға төшөрөү менән мауыға. Аделина – «BashBeauty» студияһы моделе.
Сарала ҡатнашҡандарҙы төрлө этаптар һәм тауыш биреү көтә. Ә конкурс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проектына ярашлы үткәрелә.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан