Милли проекттар
6 Декабрь 2020, 11:30

Ишле ғаиләләргә – торлаҡ сертификаттары

Һуңғы өс йыл эсендә федераль программа ярҙамы менән Учалыла илле ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Ошо көндәрҙә Учалыла “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдә демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләгәндәр хоҡуҡлы.
Малай-Муйнаҡ ауылынан Әхмәтшиндар ғаиләһе лә сертификатҡа эйә булды. Ләйлә Саян ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән, клуб мөдире булып эшләй, ире менән биш бала тәрбиәләйҙәр.
Учалы ауылының участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән Айгөл Ильясованың ғаиләһе лә сертификатлы булды.
Ҡунаҡбай ауылының балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Шәфҡәт Йосоповтың ғаиләһендә өс бала буй еткерә. Уларға ла сертификат алыу бәхете йылмайҙы.
"Ил иҡтисады ҡатмарлы ваҡыт кисерһә лә, Хөкүмәтебеҙ халыҡ алдындағы социаль бурыстарҙы үтәүен дауам итә. Бөгөн һеҙ бушлай социаль түләүҙәргә эйә булдығыҙ. Татыу, ныҡлы ғаиләләрегеҙҙә сәләмәт, бәхетле балалар үҫеүен теләйем", - тине тантаналағы сығышында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов.
Һуңғы өс йыл эсендә федераль программа ярҙамы менән Учалынан илле ғаилә ауыл ерендә йорт һалып ингән йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында тыуым мәсьәләһен хәл итеү иң мөһим бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, “Демография” милли проекты нигеҙендә күп бала тәрбиәләгән, социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас