Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Декабрь 2020, 15:30

Ғафуриҙар был көндө көтөп алды

Ғафури районының Красноусол ауылында капиталь ремонт эштәренән һуң, Мәҙәниәт йорто һәм тағы өр-яңы кино залы ишектәрен асты.

Ғафури районының Красноусол ауылында капиталь ремонт эштәренән һуң, Мәҙәниәт йорто һәм тағы өр-яңы кино залы ишектәрен асты.
Ҡасандыр илебеҙҙәге һәр ауылда тиерлек мәҙәниәт йорттары, клубтары гөрләп эшләне, тик әкренләп улар һүнә төшкәйне. Әммә дәүләт мәҙәниәттең ҙур ҡалаларҙағы театрҙарҙың һәм музейҙарҙың ғына түгел, ә төп рухи сығанаҡтарҙың Рәсәй төпкөлдәрендәге ауылдарҙағы күп функциялы мәҙәниәт усаҡтарында, мәҙәниәт йорттарында икәнлеген таныны. Илдә Мәҙәниәт, Әҙәбиәт, Рәсәй киноһы йылдарының үткәрелеүенең төп маҡсаттарының береһе лә – ошо. Өҫтәүенә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарының береһе - мәҙәниәт тармаҡтарына ярҙам итеү.
5 декабрҙә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғызов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Ауылда мәҙәниәт йорто – ижтимағи һәм мәҙәни тормош, осрашыу һәм аралашыу урыны, төрлө йәштәге кешеләрҙең ижади мөмкинлектәре үҫеше үҙәге ул. Шуға Красноусол ауылында йәшәгәндәрҙең Мәҙәниәт йортонда барған капиталь ремонт эштәренең тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтөүен аңлайым. Әммә беҙ быны эшләнек: яңыртылған Мәҙәниәт йорто ишектәрен асты.
Бөгөн тағы бер әһәмиәтле ваҡиға булды: беҙҙә матур, тулыһынса заманса техника менән йыһазландырылған кино залы асылды. Кино ҡоролмаларҙы ҡуйғанда барыһы ла – һүрәт, тауыш, төҫ сифаты – иҫәпкә алынды. Хәҙер ғафуриҙар, райондан сыҡмайынса, кино сәнғәтенә ылыға һәм мауығып ватан, сит илдәр киноһын ҡарай аласаҡ.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, подрядсылар, әлбиттә, мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренең ярҙамында Мәҙәниәт йорто икенсе һулыш алды. Хәҙер бындағы уңайлы, матур залдарҙа йәнә байрам саралары үткәреләсәк, ижади коллективтар эшләйәсәк, һәләттәргә бай Ғафури еренең тағы һәләттәре асыласаҡ, ә кинотеатр сағыу хистәр бүләк итәсәк”.
Фото: Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: